Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-20 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март 2012, 12:14
2012 йылда Башҡортостан аша үткән федераль трассаларҙа тағы 9 метеопост ҡуйыласаҡ
2012 йыл аҙағына тиклем Башҡортостан аша үткән федераль трассаларҙа кәм тигәндә 14 метеопост барлыҡҡа киләсәк. Уларҙың бишәүһе урынлаштырылған һәм әле уңышлы эшләй, тағы туғыҙын ҡуйыу өсөн урындар билдәләнгән, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Федераль юл агентлығының «Һамар – Өфө – Силәбе» автомобиль магистрале идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Радмир Ваһапов.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, автоматлаштырылған метеокүҙәтеү системаһы Башҡортостанда 2011 йыл аҙағында ҡулланылышҡа индерелде һәм тулы булмаған өс ай эсендә үҙенең һөҙөмтәлелеген иҫбатланы. Үҙҙәренең метеостанциялары булыуы юлсыларға һауа шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алырға, һәр төрлө үҙгәрештәргә әҙер булырға мөмкинлек бирә. Бынан тыш, һәр метеопост видеокүҙәтеү системаһы менән йыһазландырылған, ошоноң арҡаһында Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре трассалағы хәлдәрҙе онлайн режимында күҙәтә ала.
Автор:
Әлфиә Шәрәфетдинова
Теги:
юл хужалығы
метеокүҙәтеү
Читайте нас