16:43 (UTC+5), 12 Марта 2012

Йәмғиәт һәм власть араһында иң конструктив диалогка конкурс дауам итә

Ағымдағы йылдың 15 апреленә тиклем IV «Мәғлүмәт партнерлығы: Власть – Йәмғиәт – Киң мәғлүмәт саралары» милли конкурсында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итеү сроктары оҙайтылды. Профессиональ бәйге матбуғат, власть һәм йәмәғәтселектең үҙ-ара килешеп эш итеү механизмдарын нығытыу маҡсатында журналистар һәм урындағы үҙидара органдарының вазифалы кешеләре араһында үткәрелә. Сараны РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советы һәм муниципаль берәмектәрҙең дөйөм Рәсәй конгресы ярҙамында Мәғлүмәт сәйәсәтен үҫтереү фонды ойоштора, тип хәбәр иттеләр БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығынан.
Конкурста ҡатнашыуға бөтә төр киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һәм урындағы хакимиәт хеҙмәткәрҙәре, шул иҫәптән муниципалитет башлыҡтары һәм депутаттар саҡырыла. Журналистар һәм чиновниктар араһында еңеүселәр айырым билдәләнәсәк. Киң мәғлүмәт саралары өсөн киләһе номинациялар ҡаралған: «Кире бәйләнеш», «Социаль йүнәлештәге проекттар», «Территорияны үҫтереү», «Коррупцияға ҡаршы мәғлүмәт кампанияһын ойоштороу», «Киләсәк моделе». Муниципаль берәмектәр өсөн - «Мәғлүмәт сәйәсәте», «Үҫеш стратегияһы», «Коррупцияға ҡаршы мәғлүмәт кампанияһын ойоштороу», «Халыҡ башлығы», «Халыҡ депутаты», «Һөҙөмтәле матбуғат секретары».
Конкурс материалдары 119002, Мәскәү ҡалаһы, 13-сө абонент йәшниге адресы буйынса ҡабул ителә. Мәғлүмәт сәйәсәтен үҫтереү фонды сайтында тулыраҡ мәғлүмәт урынлаштырылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика