14:05 (UTC+5), 12 Марта 2012

«Нур» театрында «Кызыл таң»дың йырлы кистәре» үтә

Алик Шакиров
Бөгөн Өфө «Нур» татар дәүләт театрында Дүртөйлө районы сәнғәт оҫталары концерты үтәсәк. Сара «Кызыл таң» республика гәзите редакцияһы башланғысы менән ойошторола. Был гәзит тарафынан «Нур» театрында үткәрелгән икенсе бындай ҙур концерт. Тәүге сара теүәл бер ай элек үткәрелде, унда Тәтешле районы оҫталары ҡатнашты. Өфөлөләр концертты һаман ҡыуанып иҫкә ала. «Кызыл таң»дың йырлы кистәре» исеме аҫтында уҙғарылған концерттар матур йолаға әүерелә. Бөгөн тәтешлеләрҙән һуң «Нур» театры сәхнәһенә дүртөйлөләр күтәреләсәк. Ә 16 апрелдә, «Кызыл таң» гәзите редакторы Фаил Фәтхетдинов хәбәр итеүенсә, Өфөгә Илеш районы вәкилдәре киләсәк. Республиканың тиҫтәләгән районы был проектта ҡатнашырға теләк белдергән дә инде. Шулай итеп, сараны үҙенсәлекле фестиваль тип тә атарға була.
Мәҙәни сараның үҙенсәлеге шунда, район сәнғәт оҫталары баш ҡалала йәшәүселәргә, тәү сиратта яҡташтарына «сәхнә күстәнәстәре» менән килә. Шулай уҡ ҡунаҡҡа килеүсе төбәктең социаль-көнкүрешен, уңыштарын һәм үҙенсәлеген тасуирлаған күргәҙмәләр ҙә ойошторола. Әйткәндәй, «Кызыл таң»дың йырлы кистәре» ысын мәғәнәһендә республикала йәшәүсе төрлө милләт халыҡтарының дуҫлығын, берҙәмлеген сағылдырыусы һәм туған Башҡортостаныбыҙ гүзәллеген кәүҙәләндереүсе тарихи бер сара ла булып тора. Сөнки «Нур» театры сәхнәһендә төрлө телдәрҙә яңғыраған йырҙар, төрлө халыҡ бейеүҙәре – барыһы ла бер маҡсатҡа – уртаҡ йортобоҙ Башҡортостанда именлекте, татыу тормошто һәм милләттәр араһында ысын дуҫлыҡты һаҡлауға йүнәлтелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика