12:23 (UTC+5), 12 Марта 2012

Өфөнөң балалар йортонда боронғо әйберҙәр музейы асыласаҡ

Тимур Рәхмәтуллин
Өфөнөң 9-сы балалар йортонда боронғо әйберҙәр музейы асыласаҡ, тип хәбәр итте бөгөн «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында «Байтул Мал» фонды директоры Артур Насибуллов.
Музейҙы «Байтул Мал» фонды һәм балалар йорто етәкселеге ойошторасаҡ.
— Хәҙер балалар һанлы форматҡа өйрәнгән, - тип билдәләне фонд директоры. – Улар өсөн катушкалы магнитофон – ят күренеш. Дискылы телефон да онотола бара. Боронғо әйберҙәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тойғоһон уятыу, балаларҙы берләштереү маҡсатында бындай экспонаттарҙы йыйып, балалар йортоноң бер бүлмәһендә тәҡдим итергә булдыҡ.
Артур Насибуллов һүҙҙәренсә, музейҙа тәҡдим ителгән әйберҙәр ниндәй ҙә булһа тарихи әһәмиәткә эйә түгел, әммә улар балаларҙа ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм үткәндәргә ҡарата ихтирам тойғоларын тәрбиәләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика