05:13 (UTC+5), 12 Марта 2012

Башҡортостанда 2012 йылда һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереүгә 15 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк

Розалия Вәлиева
Ағымдағы йылда Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу программаһы сараларын тормошҡа ашырыу өсөн федераль һәм республика бюджеттарынан 15,5 миллиард һум күләмдә финанслау планлаштырыла. Был хаҡта кисә идара итеү органдары һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының 2011 йылға эш һөҙөмтәләренә арналған Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының киңәйтелгән коллегияһы ултырышында төбәктең һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев хәбәр итте. Министр һүҙҙәренсә, был сумманың дүрттән бер өлөшөн – матди-техник базаны яҡшыртыуға, 60 проценттан ашыуын медицина ярҙамы күрһәтеү стандарттарын индереүгә йүнәлтеләсәк.
— Былтыр республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә яҡынса 38 миллиард һум тотонолғайны, - тине БР Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Фидус Ямалетдинов. – Был ғәйәт ҙур аҡса. Медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәре алдында, ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән кешегә тиҙ арала кәрәкле медицина хеҙмәттәре күрһәтелһен өсөн, эште тейешле кимәлдә ойоштороу бурысы тора. Бының өсөн беҙгә заманса ҡорамалдарҙа эшләй белгән, сифатлы медицина ярҙамы күрһәтә алған белгестәр кәрәк. Тулы ҡеүәтле заманса һаулыҡ һаҡлау системаһын формалаштырыуға йүнәлтелгән комплекслы саралар үҙ һөҙөмтәлелеген иҫбатлай. Эш йомғаҡтары аныҡ күренә: һуңғы өс йыл дауамында республикала халыҡтың тәбиғи артыуы күҙәтелә.
— Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыу программаһының маҡсаты – медицина учреждениеларын заманса техника менән йыһазландырыу ғына түгел, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды вице-премьер Фидус Ямалетдинов. – Үлем осраҡтарының, ауырыуҙар һанының кәмеүе, уртаса ғүмер оҙайлығының артыуы ла эшмәкәрлектең төп һөҙөмтәләре булырға тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика