05:04 (UTC+5), 11 Марта 2012

Өфөлә 2013 йылдағы VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарын үткәреү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды

Дмитрий Слезин | фото: Олег Яровиков
Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтендә Башҡортостандың баш ҡалаһында 2013 йылдағы VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарын үткәреү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһы үтте. Уға ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов менән Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты президенты Торстен Раш ҡул ҡуйҙы. Ҡала һәм республика яғынан тантанала Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, физик культура һәм спорт буйынса ҡала комитеты рәйесе Сергей Степанов һәм башҡа вазифалы кешеләр ҡатнашты.
Ирек Ялалов әйтеүенсә, Уйындар республикала спортты үҫтереү өсөн этәргес буласаҡ. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Уйындарға әҙерлекте шәхси контролдә тотоуы уларҙың уңышлы үтеүенә гарантия булып тора.
Торстен Раш үҙ сиратында Өфөлә Уйындарға юғары кимәлдә әҙерлек алып барылыуын билдәләне һәм йылы ҡаршылауҙары өсөн рәхмәтен еткерҙе. Килешеүҙе ҡултамғаһы менән нығытҡандан һуң юғары ҡунаҡ Өфө сити-менеджерынан ҡала символикаһы менән сувенир алды.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Өфөгә эш сәфәре менән ошо арала Германиянан Торстен Раш етәкселегендәге Халыҡ-ара уйындарының рәсми делегацияһы килгән. Унан тыш делегация составында Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты вице-президенты Игор Топол (Словения) һәм Давид Еван Гильберт (АҠШ), генераль секретарь Ричард Смит (Германия), казначей Карл Гленц (Германия), комитет ағзаһы Максимилиан Веко (Словения) ла бар.
Визиты сиктәрендә мәртәбәле ҡунаҡтар республиканың баш ҡалаһындағы спорт объекттарын — «Өфө-Арена» спорт аренаһын, «Олимпик Парк» тау саңғыһы комплексын, «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексын ҡараны, шулай уҡ эш төркөмдәре етәкселәре менән башҡарылған һәм алда көткән эштәрҙе тикшерҙе.
VI Халыҡ-ара балалар уйындары Өфөлә 2013 йылдың 26 февраленән 3 мартҡа тиклем үтәсәк. Ярыштарҙа бөтә донъянан 1000-гә яҡын спортсының ҡатнашыуы көтөлә.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика