Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-19 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2012, 12:02
Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттар өсөн сираттағы акция тәҡдим итә
М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты «Буревестник» бассейны менән берлектә көндөҙгө бүлектә уҡыған студенттар өсөн социаль акция тәҡдим итә.
— Беҙҙең юғары уҡыу йорто сәләмәт тормош һәм спорт яҡлы. 1 марттан йәштәр ташлама менән абонементтар һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Дүшәмбенән йомаға тиклем 11-14 һәм 21.30-22.15 сәғәттәрҙә бында бер тапҡыр килеп шөғөлләнеү 100 һум тора. Бының өсөн улар бассейнға паспорт, студен билеты һәм медицина справкаһы менән килергә тейеш, - тине юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәге етәксеһе Ольга Печаткина.
Акция 1 июлгә тиклем дауам итәсәк.
Автор:
Эльмира Сабирова
Теги:
акциялар
вуздар
Читайте нас