07:05 (UTC+5), 06 Март 2012

Бәләбәйҙә 220 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә

Розалия Вәлиева
Быйыл көҙ Бәләбәйҙә бассейны булған ике ҡатлы балалар баҡсаһы сафҡа индереләсәк.
Әлеге ваҡытта Бәләбәй районында 32 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы бар, уларға 4086 бала йөрөй. Бәләбәй районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Наталья Лаврованың әйтеүенсә, әлеге мәлдә 893 бала балалар баҡсаһына сират көтә. Яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы төҙөлөшө «Башҡортостан Республикаһында мәктәпкәсә белем биреү системаһын үҫтереү» айырым маҡсатлы республика программаһына ярашлы алып барыла.
Бәләбәй районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, әле төҙөүселәр бинаның икенсе ҡатын ҡаплай, тәҙрә блоктары ҡуя, тышҡы йылылыҡ трассаһын монтажлай. 10 марттан һуң ҡыйығын ябыу планлаштырыла. Яңы балалар баҡсаһы 2012 йылдың дүртенсе кварталында асыласаҡ, тип көтөлә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика