12:28 (UTC+5), 06 Марта 2012

«Һамар – Өфө – Силәбе» магистрале идаралығының сайтында интернет-ҡабул итеү бүлмәһе асыла

Әлфиә Шәрәфетдинова
Яҡын арала Федераль юл агентлығының «Һамар – Өфө – Силәбе» автомобиль магистрале идаралығы сайтында интернет-ҡабул итеү бүлмәһе асыласаҡ. Уны булдырыу тураһында журналистар менән осрашыуҙа ведомство начальнигы вазифаһын башҡарыусы Радмир Ваһапов хәбәр итте.
Теләге булған һәр кеше яңы сервис ярҙамында Башҡортостан биләмәһенән үткән федераль трассалар участкаларында транспорт хәрәкәтен ойоштороуға, юлдар сифатына бәйле мәсьәләләр буйынса үҙ фекерен белдерә аласаҡ.
— Бөтә мөрәжәғәттәр ҙә ҡараласаҡ, һәр береһенә объектив яуап биреләсәк, — тип ышандырҙы Радмир Ваһапов.
Онлайн-ҡабул итеү бүлмәһе менән бер рәттән Идаралыҡтың тәүлек әйләнәһенә эшләгән телефон линияһы ла үҙ эшен дауам итәсәк. Практиканан күренеүенсә, ул юлға сыҡҡандар араһында ҙур һорау менән файҙалана. (347)228-12-18 номерына бик йыш юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған йәки юлда машинаһы ватылған водителдәр мөрәжәғәт итә. Юлдарҙы һәм юл яны инфраструктураһын төҙөкләндереүгә бәйле һорауҙар ҙа күп килә, шулай уҡ транспорт хәрәкәте сикләнгән осорҙа ла бихисап һорауҙар тыуа.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика