08:11 (UTC+5), 01 Марта 2012

Баш ҡалала социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмалар өсөн бушлай семинар үткәреләсәк

Эльмира Сабирова
Социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған, шул иҫәптән хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән ойошма етәкселәре һәм белгестәре өсөн бушлай семинар 15 мартта Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында үтәсәк.
— Уның сиктәрендә иҫәп алып барыу, отчет биреү һәм йәмәғәт ойошмаларын теркәү үҙенсәлектәре, шулай уҡ архив эшен алып барыу, средстволар йәлеп итеү буйынса эшмәкәрлек ойоштороу мәсьәләләре тикшереләсәк, - тине БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Эльмира Кожаева.
Фекер алышыуҙа Рәсәй Юстиция министрлығының БР буйынса идаралығы, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы, БР Архив эштәре буйынса идаралыҡ, РФ Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе, йәмәғәт ойошмалары белгестәре ҡатнашасаҡ.
Сара Хәйриә эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса республика советының эш планына ярашлы ойошторола.
Ҡатнашырға теләүселәр ирекле формала яҙылған заявканы 12 мартҡа тиклем 273-27-88; 272-36-79 телефон/факс йәки agiev.r@bashkortostan.ru электрон почтаһы аша ебәрергә тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика