Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
86.25
+0.84
1+ °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Март 2012, 15:04

Бүздәктә «Сәләмәт тормош өсөн көрәш» акцияһы сиктәрендә көрәш буйынса турнир үтте

Бүздәк ауылының Физкультура-һауыҡтырыу комплексында «Сәләмәт тормош өсөн көрәш» акцияһы сиктәрендә милли көрәш буйынса район турниры үтте. Ярыштар милли спорт төрҙәрен популярлаштырыу һәм үҫтереү, Бүздәк районы йәштәре һәм үҫмерҙәре араһында физик культураны һәм спортты пропагандалау маҡсатында үткәрелде. Ойоштороусылар булып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм Бүздәк районы хакимиәте сығыш яһаны.
Турнирҙа 1998-2000-се йылдарҙа тыуған 20-нән ашыу спортсы ҡатнашты. Ярыштар бер нисә ауырлыҡ категорияһы буйынса үткәрелде: 36, 40, 45, 50, 55 килограмға тиклем, 60 килограмм һәм унан ашыу.
Барлыҡ еңеүселәр почет грамоталары һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Бынан тыш, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты исеменән Ҡаңны Төркәй ауылы урта мәктәбенә көрәш келәме тапшырылды.
Автор:Тимур Рәхмәтуллин
Читайте нас: