11:49 (UTC+5), 29 Февраль 2012

Өфөлә башҡорт шағиры һәм драматургы Рафаэль Сафинға мемориаль таҡтаташ асылды

Розалия Вәлиева
Ғафури урамында урынлашҡан 25/1 һанлы йортта Рафаэль Сафинға мемориаль таҡтаташ асылды.
— Был йортта бихисап сәнғәт һәм фән эшмәкәрҙәре йәшәгән, уларҙың береһе – данлыҡлы шағир һәм драматург Рафаэль Сафин, - тине Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов. - Өфөлә Рафаэль Сафин иҫтәлегенә арналған ижади кисәләр һәм спектаклдәр үтәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, билдәле шағирға 16 февралдә 80 йәш тулыр ине.
— Рафаэль Сафин ижады республикабыҙ мәҙәниәтендә тәрән эҙ ҡалдырҙы, - тип билдәләне үҙенең сәләмләү һүҙендә БР Дәүләт Йыйылышының Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе, шағир Рауил Бикбаев. – Уның башҡорт әҙәбиәтенә индергән өлөшө ҙур. Әҫәрҙәре киләсәктә лә тамашасыларҙы ҡыуандырып торор, тип ышанам.
Мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһында шулай уҡ М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары ла булды. Билдәләп үтергә кәрәк, Рафаэль Сафиндың «Йәнбикә», «Ҡыр ҡаҙҙары» һәм «Тилекәй» пьесалары театрҙа үткән быуаттың 70-се йылдарында тәүләп ҡуйыла башланы. «Йәнбикә» пьесаһын өфөлөләр айырыуса яратты, һәм ул әле булһа театр репертуарынан сыҡмай.
Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры Хөрмәтулла Үтәшев һүҙҙәренсә, Рафаэль Сафин пьесалары республика театрҙарында ғына түгел, төбәктән ситтә лә ҡуйыла.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика