Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
0 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Февраль 2012, 18:06
Юлсылар водителдәрҙе юл шарттарының кинәт насарайыуы тураһында иҫкәртә
«Һамар – Өфө – Силәбе» автомагистрале идаралығы водителдәрҙе юл шарттарының кинәт насарайыуы тураһында иҫкәртә. Метеорологик күҙаллауҙарға ярашлы, республиканың, шулай уҡ күрше Татарстан менән Ырымбур өлкәһенең территорияһында көслө ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ булыуы көтөлә.
Юлсылар водителдәргә ихтыяж булмағанда трассаға сыҡмаҫҡа, юлда иһә айырыусы иғтибарлы булырға кәңәш итә. Башҡортостан биләмәһенән үткән федераль трассаларҙағы хәрәкәткә бәйле бөтә һорауҙар буйынса (347)228-12-18 һандары аша Идаралыҡтың тәүлек әйләнәһенә эшләгән телефон линияһына шылтыратырға кәрәк.
Автор:
Әлфиә Шәрәфетдинова
Теги:
һауа торошо
юлдарҙа хәрәкәт
Читайте нас