12:55 (UTC+5), 28 Февраля 2012

1 мартта Өфөлә һайлау тематикаһы буйынса викторинала еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтәсәк

Мәүлиҙә Яҡупова
1 мартта Өфөлә һайлау хоҡуғы һәм һайлау процесы һорауҙары буйынса викторинала еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы үтәсәк. Викторина Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарамағында республиканың йәштәр баҫмалары - «Молодежная газета», «Өмет», «Йәшлек» гәзиттәре менән үткәрелде. Хоҡуҡи мәҙәниәт кимәлен арттырыу, йәштәрҙә һайлауҙарға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу сараның төп маҡсаты булып торҙо.
Бәйгелә республиканың төрлө төбәктәренән йәштәрҙең ҡатнашыуы ҡыуандыра, был, әлбиттә, баҫмаларҙың да популяр булыуы хаҡында һөйләй.
Конкурс комиссияһы йәмғеһе 40 эш ҡабул итте. Әйткәндәй, Дума һайлауҙарына бағышланған викторинала ла шул сама ҡатнашыусы булғайны. Сарала йәштәрҙең генә түгел, өлкәндәрҙең, пенсионерҙарҙың, хатта 5 синыф уҡыусыларының да әүҙем ҡатнашыуы ҡыуандырмай ҡалманы. Бәйге шарттарына ярашлы, викторинала Башҡортостанда йәшәүсе 30 йәшкә тиклемге йәштәр ҡатнаша алды. Шуға күрә комиссия йәштәр баҫмаларына сарала ҡатнашыусы ҡайһы бер гәзит уҡыусыларҙы үҙҙәренә билдәләргә тәҡдим иттте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика