Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-6 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Февраль 2012, 17:54
«Туймазинский вестник» хәбәрсеһе медицина тематикаһы буйынса бөтә Рәсәй конкурсында билдәләнде
«Туймазинский вестник» гәзите хәбәрсеһе Светлана Харисова II «Панацея» бөтә Рәсәй төбәк киң мәғлүмәт саралары конкурсының «Һаулығың үҙ ҡулыңда» («Здоровье в твоих руках») номинацияһында өсөнсө урын яуланы. Был еңеүгә Светлана «Сәләмәт булығыҙ!» («Будьте здоровы!») рубрикаһы аҫтында сыҡҡан мәҡәләләр шәлкеме өсөн лайыҡ булды. Уның эштәренә темалар төрлөлөгө һәм юғары профессионаллек хас.
Башҡортостан Журналистар союзынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурсҡа Рәсәйҙең 52 төбәгенән йәмғеһе 2062 эш ҡабул ителгән. Наградалар тапшырыу тантанаһы, түңәрәк өҫтәлдәр һәм оҫталыҡ дәрестәре Мәскәүҙә «Журналистика 2011 йылда: бөгөнгө йәмғиәттәге һәм киң мәғлүмәт сараларындағы ҡиммәттәр» халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы сиктәрендә үтте.
Автор:
Любовь Колоколова
Теги:
киң мәғлүмәт саралары
конкурстар
журналистика
Читайте нас