10:06 (UTC+5), 27 Февраля 2012

ӨДАТУ-ла Халыҡ-ара йыһан станцияһы экипажы менән радиобәйләнеш ойошторолдо

Эльмира Сабирова
Халыҡ-ара йыһан станцияһының 29/30-сы экспедицияһы экипажы менән радиобәйләнештә студенттарҙың «Инфокосмос» конструкторҙар бюроһы менән ойошторолған махсус конкурста еңеүсе студенттар һәм мәктәп уҡыусылары, шулай уҡ юғары уҡыу йорто уҡытыусылары һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.
Өфө дәүләт авиация техник университетының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, һөйләшеү 15 минут дауам итте, әммә был ҡыҫҡа ваҡыт эсендә йәштәр күп кенә һорауҙар биреп өлгөрҙө.
— Мәҫәлән, улар ҡояш активлығы ваҡытында йыһанда нимәләр күреп булыуы хаҡында һораны, ауырлыҡ юғалтыу шарттарында үҫемлектәрҙең үҫеү-үҫмәүе, кешеләрҙең ҡан баҫымы, йыһанда интернеттың булыу-булмауы менән ҡыҙыҡһынды, хатта космонавтарҙың 23 февраль байрамын нисек билдәләүен һораны уҡыусылар, - тине Өфө дәүләт авиация техник университетының матбуғат үҙәге етәксеһе Елена Каткова. – Экипаждың борт инженеры Антон Шкаплеров уҡыусылар менән күңелле итеп аралашты (кәйефенең көр булыуы һиҙелә ине) һәм студенттарға – яҡшы билдәләр, уҡытыусыларға түҙемлек теләне. Шулай уҡ ул Ергә әйләнеп ҡайтҡас, университетҡа ҡунаҡҡа килергә һүҙ бирҙе.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, радиобәйләнеш Өфө дәүләт авиация техник университетының телекоммуникацион системалар кафедраһында үтте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика