12:19 (UTC+5), 24 Февраля 2012

Рәсәй тыуым күрһәткестәре буйынса Европала беренсе урында тора

Евгений Рәхимҡолов
Рәсәй тыуым кимәле буйынса, 2011 йыл һөҙөмтәләренә ярашлы, Европала беренсе урынға сыҡты. Тыуым коэффициенты илдә бер мең кешегә 1,6 тәшкил итте. Сағыштырыу өсөн, 10 йыл элек ул ни бары 1,3 ине. Был хаҡта Өфөлә халыҡ менән осрашыу барышында Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Павел Качкаев хәбәр итте.
Башҡортостанда һуңғы биш йыл эсендә тыуым йылына 42 мең сабыйҙан 55 меңгә артты. Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика илдә - бишенсе, Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй. Ә Өфө бер нисә йыл дауамында, Мәскәү менән Санкт-Петербургтан тыш, халыҡтың тәбиғи артыуы күҙәтелгән илдәге берҙән-бер миллионлы ҡала һанала.
Әммә тыуым артыуы менән бер рәттән Рәсәйҙә үлем осраҡтарының да артыуы күҙәтелә. Был дөйөм демографик хәлгә кире йоғонто яһай.
Павел Качкаев шулай уҡ торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһенең федераль кимәлдә хәл ителеүе хаҡында һөйләне. Һуңғы йылдарҙа илдә 202 мең ветерандың торлаҡ мәсьәләһе хәл ителгән. Был маҡсаттарға яҡынса 300 миллиард һум тотонолған. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә торлаҡ алыуға сиратта йәнә 43 мең ветеран тора. Уларҙың һәр береһенең был проблемаһы 2012 йыл дауамында хәл ителәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика