10:16 (UTC+5), 24 Февраля 2012

Баш ҡалала 33-сө поликлиниканың яңы филиалы асылды

Эльмира Сабирова
Өфөнөң 33-сө поликлиникаһы Парк урамы, 8 адресы буйынса яңы филиалын асты, ул 30 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән.
— 30 меңгә яҡын пациенттарыбыҙҙың 10 меңдән ашыуы – пенсионерҙар, - тине филиалдың баш табибы Эльза Сыртланова. – Дауалау учреждениеһы бер сменаға 400 кешене хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән. Штатта – 25 табип. 12 терапия бүлексәһенән тыш, бында офтальмолог, отоларинголог, хирург, невролог, эндокринолог, эндоскопист бүлмәләре лә йыһазландырылған. Бынан тыш, филиалда физиотерапия бүлеге эшләйәсәк, физкультура дәрестәре ойоштороласаҡ, йәғни пациенттар дауалауҙың барлыҡ төп йүнәлештәре буйынса хеҙмәтләндереләсәк.
Филиал кәрәкле компьютер техникаһы менән йыһазландырылған. Табипҡа күренеү өсөн телефон аша ла, шулай уҡ интернет ярҙамында ла яҙылырға була.
Социаль әһәмиәтле объектты асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Фидус Ямалетдинов, БР һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев, Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ҡатнашты.
Дауалау учреждениеһы элекке магазин бинаһында урынлашҡан. Уға капиталь ремонт үткәреү һәм ҡайтанан планлаштырыуға ҡала бюджетынан 24 миллион һум аҡса бүленгән.
Яңы бүлек – 33-сө ҡала поликлиникаһының алтынсы филиалы. Дауалау учреждениеһы дүшәмбе, 27 февралдә эшләй башлаясаҡ.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика