Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
84.01
+0.34
4+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2012, 11:07

Рөстәм Хәмитов Өфө дәүләт авиация техник университетында «Йәгеҙ әле, егеттәр!» конкурсында булды

Өфө дәүләт авиация техник университетының «Авангард» студенттар йортонда Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан шишәмбе, 21 февралдә, «Йәгеҙ әле, егеттәр!» хәрби-спорт конкурсы үтте. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов сараның хөрмәтле ҡунағы булды.
Республика башлығы барыһын да етеп килгән байрам менән ҡотланы.
— Ватанды һаҡлаусы көслө, ҡыйыу һәм, әлбиттә, аҡыллы булырға тейеш, - тине Рөстәм Хәмитов, ӨДАТУ студенттарына мөрәжәғәт итеп. – Ватаныңды яратыуҙан оялырға кәрәкмәй. Беҙҙең илдең – донъяла, республикабыҙҙың – илдә, ә ҡалабыҙҙың республикала иң яҡшыһы булыуын аңларға кәрәк. Һеҙ уҡыған юғары уҡыу йорто һеҙҙең өсөн иң яҡшыһылыр, тип уйлайым, ҡайһыларыбыҙ өсөн ул хатта донъяла иң яҡшыһы. Ватаныңа һөйөү – матур һүҙҙәр генә түгел, был беҙҙең йәшәү рәүеше. Һеҙгә уңыштар, һаулыҡ һәм илгә ҡарата һөйөү теләйем.
Бөгөн Башҡортостанда офицерҙарҙы Өфө дәүләт авиация техник университеты ғына әҙерләй. Хәрби белем биреү факультеты Рәсәй Ҡораллы Көстәре өсөн офицерҙар әҙерләүсе Хәрби уҡытыу үҙәгенән һәм запастағы офицерҙар әҙерләүсе хәрби кафедранан тора. Әлеге ваҡытта Хәрби уҡытыу үҙәгендә 100-гә яҡын курсант белем ала, һәм быйыл тәүге сығарылыш буласаҡ.
Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры Морат Ғөзәйеров вузда матур йолаларҙың күп булыһын һәм уларҙың береһе бында 1977 йылдан алып үткәрелгән «Йәгеҙ әле, егеттәр!» хәрби-спорт конкурсы булыуын белдерҙе. Сарала еңеүселәр күсмә кубок һәм приздар менән бүләкләнә.
Иң яҡшылар исеменә бөгөн һигеҙ команда көс һынашты. Күп төрлө һынауҙар аша үтеп, һөҙөмтәлә Хәрби уҡытыу үҙәге командаһы еңеүсе булды.
Автор:Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин
Читайте нас: