Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2012, 16:29
БашДУ студенттары бөтә Рәсәй онлайн-осрашыуында ҡатнашасаҡ
Йома, 24 февралдә, онлайн-осрашыу ойоштороласаҡ. Унда Рәсәйҙең дүрт юғары уҡыу йорто – Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты, Санкт-Петербург дәүләт университеты, Төньяҡ (Арктика) федераль университеты һәм Башҡорт дәүләт университетынан студенттар, аспиранттар һәм йәш ғалмдар ҡатнашасаҡ.
Ойоштороусылар фекеренсә, онлайн-осрашыу студенттарҙы борсоған һорауҙар буйынса фекер алышыу мөмкинлеген бирә. Һорауҙар араһында - «Мәғариф тураһында»ғы яңы закон һәм «Студенттар үҙидараһы тураһында»ғы закон проекты. Шулай уҡ сара Рәсәй студенттары үҙидараһы органдары өсөн проблемалы яҡтарҙы асыҡларға мөмкинлек бирәсәк.
Ҡатнашыусылар www.ssu.timepad.ru сайтында теркәлә ала.
Сара БашДУ-ның физика-математика корпусында, 4-се ҡатта, 400-сө бүлмәлә үтәсәк. Башлана 18 сәғәттә.
Автор:
Эльмира Сабирова
Теги:
вуздар
студенттар
Читайте нас