08:00 (UTC+5), 21 Февраля 2012

«Ҡағыҙға – икенсе ғүмер!» акцияһы сиктәрендә Өфө уҡыусылары 280 ағасты һаҡлап ҡалды

Галина Бахшиева
«Ҡағыҙға – икенсе ғүмер!» акцияһының сираттағы этабы барышында Өфөнөң Совет районы мәктәп уҡыусылары 14 тоннаға яҡын макулатура йыйҙы. Йыл һайын бындай экоакция ойоштороусы «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһының инжерен-экологы Альбина Шәмсетдинова «Башинформ» агентлығына һөйләүенсә, «Ҡағыҙға – икенсе ғүмер!» акцияһының сираттағы этабы ҡалала 12 мартта старт аласаҡ. Унда иһә Киров районының мәктәп уҡыусылары ҡатнашасаҡ. Бынан һуң макулатура йыйыу буйынса аҙаҡҡы эстафетаны Өфөнөң Орджоникидзе һәм Калинин райондары ҡабул итәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, акцияның беренсе этабы Башҡортостандың баш ҡалаһында үткән йылдың ноябрендә башланғайны. Был ваҡыт эсендә ҡаланың төрлө райондарынан мәктәп уҡыусылары 56 тоннанан ашыу макулатура йыйҙы. Ә сеймал артынан мәктәптәргә предприятиеның махсус автомобиле – экомобиль килеүе матур йолаға әүерелде.
— Балаларға макулатураны файҙалы ҡулланыу һәм эшкәртеү кәрәклеген күрһәтеү беҙҙең төп маҡсат булып тора. Билдәле булыуынса, бер тонна ҡағыҙ дүрт кубометрға яҡын ағасты һаҡлай, ә был биш ҙур ағас тигән һуҙ. Тимәк, бөгөнгө көнгә Өфө уҡыусылары дөйөм алғанда 280-дән ашыу ағасты ҡотҡарҙы, - тине Альбина Шәмсетдинова.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика