10:14 (UTC+5), 20 Февраля 2012

Башҡортостанда Һаулыҡ һаҡлау ойошмалары ассамблеяһы булдырыласаҡ

Эльмира Сабирова
Һаулыҡ һаҡлау ойошмалары ассамблеяһының тәүге ултырышы йома, 24 февралдә, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа үтәсәк.
Башҡорт дәүләт медицина университетының кафедра мөдире, БР Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, профессор Шамил Ганцев билдәләүенсә, яңы йәмәғәт ойошмаһы профессиональ берләшмәнең мәнфәғәттәрен яҡлау, һаулыҡ һаҡлауға ҡағылышлы закондарҙы тикшереүҙә әүҙем ҡатнашыу, тармаҡ эшмәкәрлеге сифатын һәм табиптарҙың эшләү шарттарын яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр булдырыу маҡсатында ойошторолған.
— Табиптар сәйәсәттән ситтә ҡалырға тейеш түгел, улар лидерҙарын үҙҙәре билдәләргә тейеш. Медицина берләшмәһенең дәүләт яҙмышын билдәләүсе кешеләр иҫәбендә булыуын теләр инем, - тип иҫәпләй Шамил Ганцев. – Бынан тыш, ыңғай процестарға тәьҫир итеү, төбәктә һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү сәйәсәтен билдәләү өсөн йәмәғәт ойошмаларының фекерен ишетеү зарур, был бик мөһим.
Әлеге сараны ойоштороусы БР Медицина лигаһы бөгөн һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге мәсьәләләрҙе хәл итә алырлыҡ ижтимағи-сәйәси инструмент булараҡ ойошторолдо: 2011 йылдан Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау өлкәһе етди үҙгәрештәргә иҫәп тота. Бындай үҙгәрештәргә медицина һәм фармацевтика берләшмәһенең, дәүләт институттары һәм эшлекле даирәнең берлектәге тырышлыҡтарынан тыш өлгәшеп булмай. Бөгөн системалы процестарға йоғонто яһау, төҙәтмәләр индереү, Рәсәйҙең юғары һөҙөмтәле ышаныслы һәм абруйлы һаулыҡ һаҡлау системаһын булдырыуҙа әүҙем ҡатнашыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.
БР Медицина лигаһы маҡсаттарына төбәк, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәрҙә үткәрелгән ҙур саралар ярҙамында ирешмәксе. Был саралар араһында – съездар, форумдар, конгрестар, конференциялар; һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә закондар сығарыу инициативаһы; закондар сығарыу һәм башҡарма власть органдарына үҙ кандидаттарын тәҡдим итеү.
Ассамблея сиктәрендә «Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлау индустрияһы. Киләсәккә ҡараш» күргәҙмәһе ойоштороласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика