12:02 (UTC+5), 20 Февраль 2012

Баш ҡалала «Булат» отряды хеҙмәткәрҙәре дәүләт наградалары һәм автомобилдәр менән бүләкләнде

Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков
Бөгөн Өфөлә «Булат» махсус тәғәйенләнешле отряды хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләү тантанаһы үтте. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Эске ғәскәрҙәре командованиеһы уларға Хөкүмәт наградаларын һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Биш хеҙмәткәр «Лада Приора» автомобилдәре менән бүләкләнде, етәүһенә «Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн» һәм «Хәрби берҙәмлек өсөн» миҙалдары тапшырылды.
Сараны Рәсәй Эске эштәр министрлығының Эске ғәскәрҙәре баш командующийының беренсе урынбаҫары генерал-лейтенант Александр Бутин үткәрҙе. «Булат» махсус тәғәйенләнешле отряды хеҙмәткәрҙәрен Ватанды һаҡлаусылар көнө менән тәбрикләп, генерал 1994 йылдан әлеге көнгә тиклем 26 мең хәрби хеҙмәткәрҙең наградланыуын, уларҙан 105 кешенең Рәсәй Геройы йондоҙона лайыҡ булыуын иҫкә төшөрҙә.
— Бөгөн беҙ ҡыйыу яугирҙарҙы һәм үҙ иленең ысын патриоттарын тәбрикләйбеҙ, - тип хәрби хеҙмәткәрҙәргә мөрәжәғәт итте Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов. – Илдә сепаратистар төбәк конфликттарға ҡотҡо һалды. Уларҙың хәрәкәте тәү сиратта эске ғәскәрҙәр ярҙамында кисектерелә, батыр яугирҙар халыҡ-ара терроризмға ҡаршы лайыҡлы тора алды.
БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, автомобилдәр Рәсәй Эске эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәренең «Хәтер хөрмәте» бөтә Рәсәй хәйриә акцияһы сиктәрендә тапшырыла. Өфөлә «Лада Приора» автомобилдәренә махсус тәғәйенләнешле төркөм командирының урынбаҫары Антон Егоренков, өлкән сапер Филүс Ҡансурин, снайперҙар Олег Сергучев һәм Вадим Сафин, санитар инструктор Владимир Иордан лайыҡ булды. Разведка төркөмө составында ҡатнашып, был яугирҙар ауыр йәрәхәттәр алған. Әммә быға ҡарамаҫтан, улар, ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, иптәштәренең ғүмерен ҡотҡарып, ҡуйылған маҡсаттарына ирешкән.
«Махсус тәғәйенләнешле отрядтарҙың һәр хеҙмәткәре үҙенең бурысын аңлай. Был терроризмға ҡаршы тороу, тыныс ваҡытта тотороҡло хәлде һаҡлап ҡалыу», - тип билдәләне өлкән лейтенант Антон Егоренков.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика