Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.96
-0.92
93.92
-0.8
62.51
+0.52
2+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Февраль 2012, 13:52

Ял көндәрендә йылы буласаҡ

Алдағы ял көндәрендә Башҡортостанда һыуыҡтар көтөлмәй. Төнгө сәғәттәрҙә генә ярайһы һалҡын буласаҡ. Рәсәй Гидрометеоүҙәге мәғлүмәтенә ярашлы, төнөн 24 градусҡа тиклем һыуытыуы ихтимал. Көндөҙ термометр бағанаһы минус 8-10 градусты күрһәтәсәк. Төбәктә шулай уҡ аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ һауа торошо һаҡланасаҡ.
Синоптиктар киләһе аҙнала һауа температураһының бер аҙ күтәрелеүен күҙаллай, ә 22 февралдән ҡар яуыу ихтималлығы арта.
Автор: Рәсүл Хәмиҙуллин
Читайте нас