Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.8
+0.19
90.75
+0.44
62.51
+0.52
-13 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Февраль 2012, 16:42
Өфөлә 1812 йылғы Ватан һуғышында Еңеүҙең 200 йыллығына арналған күргәҙмә асыла
Өфө художество галереяһында 17 февралдә 1812 йылдағы Ватан һуғышында Еңеүҙең 200 йыллығына арналған республика һынлы сәнғәт күргәҙмәһе асыла.
«Башинформ» агентлығына БР Рәссамдар союзынан хәбәр итеүҙәренсә, экспозицияла авторҙарҙың Наполеон агрессияһына ҡаршы көрәштә Рәсәй халыҡтарының ҡаһарманлығын һәм илһөйәрлеген һүрәтләгән йөҙҙән ашыу эше тәҡдим ителә. Даны бөтә Европаға таралған башҡорт яугирҙары — «төньяҡ амурҙарына» арналған эштәр ҙә бар.
Был көндө живопись, графика, биҙәү-ҡулланма сәнғәт һәм скульптура өлкәһендәге иң яҡшы эштәр конкурсы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы ла үтәсәк. Шунда уҡ эштәрҙең каталогы күрһәтеләсәк.
Башлана - 17 сәғәттә. Күргәҙмә 10 мартҡа тиклем эшләйәсәк.
Автор:
Розалия Вәлиева
Теги:
күргәҙмәләр
өфө художество галереяһы
Читайте нас