08:38 (UTC+5), 16 Февраль 2012

Журналистарға киң мәғлүмәт сараларында тәмәке тартыуҙың зыянын пропагандалау өсөн аҡса түләнәсәк

Әлфиә Шәрәфетдинова
Тәмәке тартыуҙың зыяны тураһында әүҙем яҙышҡан журналистар финанс ярҙам аласаҡ. Бындай материалдарҙы әҙерләргә ярҙам итеү маҡсатында «Һаулыҡ һәм үҫеш» фонды һәм Рәсәйҙең тәмәкегә ҡаршы коалицияһы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә стипендия бүлергә әҙер.
Стипендия алыусылар конкурс һөҙөмтәләре буйынса билдәләнәсәк. Республиканың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы журналистарҙы бәйгелә ҡатнашыу өсөн заявкалар ебәрергә саҡыра.
Дәғүә итеүселәргә бер нисә йүнәлештә проекттар ебәреү тәҡдим ителә. Улар иҫәбендә - документаль фильм, телетапшырыу, төбәк киң мәғлүмәт сараларындағы проект, федераль киң мәғлүмәт сараларындағы проект, интернет-баҫмалағы проект, радиолағы проект һәм журналист тикшереүе.
Заявкалар konkurs.tabak@gmail.com адресы буйынса 2012 йылдың 15 мартына тиклем ҡабул ителә.
Еңеүселәр ағымдағы йылдың 20 мартынан да ҡалмай билдәләнәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика