Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.25
-0.19
99.36
-0.21
87.18
+0.18
26+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Февраль 2012, 10:10

Рөстәм Хәмитов демографик сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты

15 февралдә Яр Саллыла Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Хөкүмәт Рәйесе Владимир Путин үткәргән Рәсәйҙең демографик сәйәсәтен тормошҡа ашырыу мәсьәләләре һәм төбәктәрҙең һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыу программалары буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты. Унда тыуымды арттырыу мәсьәләләре, үлемде кәметеү буйынса саралар, 2012 йылға һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыу буйынса бурыстар тикшерелде.
Башҡортостанда 2025 йылға тиклем Демографик сәйәсәт концепцияһы раҫланған. Республикала демографик хәлдәр яҡшыра: тыуым үлемдән күберәк (үлем - 2011 йылда 1000 кешегә 13,7, тыуым - 1000 кешегә 13,4), халыҡтың тәбиғи артыуы теркәлгән.
2011-2012 йылдарға Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыу республика программаһын тормошҡа ашырыуға 15,5 млрд. һум аҡса тотоноу планлаштырылған. Былтыр ошо сумманың яҡынса яртыһы финансланған.
Кадрҙар етешмәүе лә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһындағы төп проблемалар иҫәбендә. Бөгөн ауылдарға 1280 табип етмәй. Был хәлдәрҙең «Земство табибы» проекты тормошҡа ашырыла башлағас яҡшырыуы ихтимал. Уға ярашлы ауыл дауаханаларында эшләргә ҡайтҡан йәш табиптар федераль бюджеттан 1 млн һум күләмендә бер тапҡыр бирелеүсе компенсация аласаҡ. Республика бюджеты иһә төбәктең йәш белгестәргә ярҙам күрһәтеү программаһы буйынса һәр белгескә тағы йөҙәр мең һум аҡса түләйәсәк. Проектта ҡатнашыуға әле Башҡортостандан 215 белгес яҙылған.
Кәңәшмә дауамында Владимир Путин төбәк башлыҡтарына алдағы дүрт йылда демографик хәлдәрҙең яҡшырыуын иҫәпкә алып балалар баҡсаларына сират проблемаһын хәл итергә ҡушты, тип хәбәр итә республика Президентының матбуғат хеҙмәт.
Автор:Сергей Захаров
Читайте нас: