06:46 (UTC+5), 15 Февраля 2012

Хәйбулла районы мәктәптәре компьютерҙар менән йыһазландырыла

Людмила Терновая
Хәйбулла районының ике мәктәбе быйыл компьютерҙар менән йыһазландырылды. Маҡан ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе — ун урынлыҡ компьютер класы, Уфимский ауылы мәктәбе дистанциялы белем биреү өсөн сервер һәм ноутбук менән бергә ун урынлыҡ компьютер класы алды, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.
Башҡортостандың Мәғариф министрлығы квотаһы буйынса 2012 йылда райондың тағы дүрт мәктәбе компьютер кластары аласаҡ, шуларҙың береһе дистанциялы уҡытыу өсөн тәғәйенләнгән. Ағымдағы йылға билдәләнгән планда педагогтарҙың яңы форматта эшләүгә күсеүе ҡаралған. Яҡын арала Хәйбулланың 280 уҡытыусыһы ноутбуктар менән тәьмин ителәсәк. Уларҙы башланғыс класс уҡытыусылары, информатика уҡытыусылары, директорҙың мәғлүмәтләштереү буйынса урынбаҫарҙары, мәғлүмәт технологияларын әүҙем файҙаланған фән уҡытыусылары һәм мәғлүмәт технологиялары буйынса конкурс призерҙары аласаҡ.
Бынан тыш, Рәсәй Федерацияһында дөйөм белем биреү системаһын яңыртыу программаһы сиктәрендә Хәйбулла районының биш мәғариф учреждениеһы яңы транспорт — ГАЗ һәм ПАЗ автобустары менән тәьмин ителәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика