Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.17
-0.55
91.97
-0.45
70.01
-0.03
26+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Февраль 2012, 16:21
Баш ҡалала «Ҡайғырыусы әсә» мемориалына сәскәләр һалыу тантанаһы үтте
Бөгөн Өфөлә локаль һуғыштарҙа һәм конфликттарҙа һәләк булған Башҡортостандың хәрби хеҙмәткәрҙәренә бағышланған «Ҡайғырыусы әсә» мемориалына сәскәләр һалыу тантанаһы үтте. Сарала Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Ғизәтуллин, Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандары йәмәғәт ойошмаларының Координация советы вәкилдәре, ветерандар ойошмалары етәкселәре, яугир-интернационалистар, локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусылар, һәләк булған һалдаттарҙың әсәләре, Өфө кадет мәктәп-интернаты уҡыусылары һәм республиканың хәрби-патриотик клубтары йәштәре ҡатнашты.
Сәскә һалыу тантанаһы алдынан ветерандар Республика Хәрби Дан музейында булды, «Башҡортостандың яугир-интернационалистары» күргәҙмәһе менән танышты. Бынан һуң улар Өфөнөң Көньяҡ зыяратында, «Афғансылар аллеяһы»нда булды тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы белгесе Лилиә Мурсалова.
Автор:
Тимур Рәхмәтуллин
Теги:
хәтер
ҡораллы көстәр һәм йәмғиәт
ветерандар
Читайте нас: