07:34 (UTC+5), 14 Февраля 2012

Йәш ғалимдар өсөн авиация университетында ғәмәли семинар-тренинг ойошторола

Галина Бахшиева
Башҡортостандың йәш ғалимдары өсөн бөгөн Өфө дәүләт авиация техник университетында «Команда ойоштороу һәм идеянан алып тормошҡа ашырыуға тиклем инновацион проекттар менән идара итеү» практик семинар-тренингыһы үткәреләсәк.
«Башинформ» агентлығына вуз-ара технологиялар трансферы үҙәге етәксеһе Камил Хисмәтуллиндың хәбәр итеүенсә, семинар-тренингыны венчур проекттары өлкәһендә эшләгән Рәсәйҙәге иң эре шәхси фондтың — «Һаҡлауға йыйылған аҡса һәм инвестициялар» идара компанияһының директорҙар советы рәйесе Олег Гринько үткәрәсәк.
— Өс сәғәтлек семинар Өфө дәүләт авиация техник университеты менән үткәрелеүсе ҡышҡы аспиранттар мәктәбе сиктәрендә үтәсәк. Уның төп маҡсаты — өлкән курстарҙа уҡыған студенттарға, магистраттарға, аспиранттарға, йәш ғалимдарға яңы белем биреү. Уларға ике - өс команданың инновацион проекттар менән нисек эшләүен күрһәтеү. «Сберинвест»тың тағы бер маҡсаты – әле тормошҡа ашырылған һәм улар тарафынан финансланған проекттарға йәлеп итерлек кешеләрҙе табыу, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Камил Хисмәтуллин.
Практик семинар-тренинг авиация университетының беренсе корпусындағы ҙур залда үткәрелә.
Башлана: 14 сәғәттә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика