10:49 (UTC+5), 14 Февраля 2012

Төбәктә «Йылмайыуың менән бүлеш!» фотоконкурсы иғлан ителде

Ғәлиә Нәбиева
Төбәктә «Йылмайыуың менән бүлеш!» республика фотоконкурсы старт алды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан күргәҙмә компанияһынан. Ул «Мәғариф. Фән. Карьера-2012» күргәҙмәһе сиктәрендә үтәсәк. Ойоштороусылар иҫәбендә - Өфө хакимиәтенең Мәғариф идаралығы һәм Башҡортостан күргәҙмә компанияһы.
Бәйгелә 18 йәшкә тиклемге балалар һәм йәштәр ҡатнаша ала. Һәр ҡатнашыусы төрлө жанрҙарҙа иң күбендә өс фото ебәрергә тейеш. Эштәр 16 мартҡа тиклем «Фотоконкурс!» билдәһе менән onk@bvkexpo.ru электрон почтаһы буйынса ҡабул ителә.
Конкурс өс этапта үтәсәк. 14 февралдән 16 мартҡа тиклем бәйгелә ҡатнашыусыларҙың эштәренә баһа биреү маҡсатында фотолар Башҡортостан күргәҙмә компанияһы сайтында урынлаштырыласаҡ.
Икенсе этапта иң яҡшы эштәр айырым композиция булараҡ «Мәғариф. Фән. Карьера-2012» күргәҙмәһендә тәҡдим ителәсәк, сара 27-30 мартта «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үтәсәк. Эштәргә профессиональ жюри баһа бирәсәк.
30 мартта XII «Мәғариф. Фән. Карьера» күргәҙмәһен ябыу тантанаһында конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика