Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.13
+0.62
90.66
+1.35
65.29
-0.05
20+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Февраль 2012, 11:47
Өфөлә Поляк теле көнө үткәреләсәк
Өфөлә Поляк теле көнө үтәсәк. Уны Халыҡ-ара телдәр көнө сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәге үткәрә.
«Башинформ» агентлығына үҙәк директоры Марина Садыҡова-Лисовскаяның хәбәр итеүенсә, байрам 18 февралдә Достоевский урамы, 160 адресы буйынса Халыҡтар дуҫлығы йортоноң китапханаһында үтергә тейеш. Башлана - 12 сәғәттә. Поляк теле көнө программаһында А.П.Пенькевич исемендәһе Милли йәкшәмбе мәктәбенең, Башҡорт дәүләт университетының педагогтары һәм уҡыусыларының ижади сығыштары планлаштырылған. Шулай уҡ поляк мәҙәниәтенә арналған поляк китаптары һәм фотоматериалдарының презентацияһы ойоштороласаҡ.
Автор:
Евгений Рәхимҡолов
Теги:
милли сәйәсәт
телдәр
Читайте нас: