Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
57.41
-1.04
55.41
-0.32
87.97
-0.52
5+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Февраль 2012, 12:20

Өфөлә Ф.И.Шаляпин исемендәге «Дебют» асыҡ ҡала йәш вокалсылар конкурсына әҙерлек башланды

Өфөлә Ф.И.Шаляпин исемендәге 9-сы асыҡ ҡала йәш вокалсылар конкурсына әҙерлек башланды. Бәйге Төбәк-ара Шаляпин үҙәгенең Өфөләге бүлексәһе менән берлектә ҡала хакимиәтенең Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы менән үткәрелә. Быйыл ул 26-28 апрелдә үтәсәк. Гала-концерт 28 апрелдә З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының Ф.И.Шаляпин исемендәге концерт залында ойоштороласаҡ.
Бынан тыш, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл «Өфөлә Шаляпин кисәләре» халыҡ-ара опера сәнғәте фестивален үткәреү планлаштырыла. Быйыл билдәле опера йырсыһының тыуыуына 139 йыл тулды.
Автор:Розалия Вәлиева
Читайте нас в