Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Февраль 2012, 14:25
Рәмил Бәҙретдинов «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы директоры итеп тәғәйенләнде
«Янғантау» курортының элекке етәксеһе «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы директоры итеп тәғәйенләнде.
Бындай ҡарар ҡабул итеүгә күп йылдар дауамында ул етәкләгән «Янғантау» курортының яҡшы иҡтисади күрһәткестәре сәбәп булды, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми вәкиле Анфиса Рәхмәтова. Республиканың икенсе ҙур шифаханаһы - «Йәшел сауҡалыҡ» һуңғы йылдарҙа тейешле иҡтисади йылдамлыҡ күрһәтмәй. Шуға күрә Бәҙретдиновҡа хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртеү бурысы йөкмәтелде.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Янғантау» курорты «Бөтә Рәсәй бизнес-рейтингыһы»ның «Шифахана-курорт учреждениелары эшмәкәрлеге» категорияһында өсөнсө урын яулағайны. Бөтә илгә танылған шифахананың етәксеһе итеп Энгельс Ҡолмөхәмәтов тәғәйенләнде.
Автор:
Розалия Вәлиева
Теги:
шифаханалар
тәғәйенләүҙәр
Читайте нас