Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
82.82
-0.85
-1 °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Февраль 2012, 19:47

Башҡортостан Хөкүмәтендә Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитетының тәүге ултырышы үтте

Башҡортостан Хөкүмәтендә йома, 10 февралдә, республикала Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитетының беренсе ултырышы үтте. Уны БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов үткәрҙе.
— Беҙҙә балалыҡты яҡлауға, ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалауға йүнәлтелгән маҡсатлы, ведомство, муниципаль программалар етерлек, һәм улар һөҙөмтәле тормошҡа ашырылһын өсөн беҙгә көстәрҙе тупларға кәрәк, - тине Салауат Сәғитов сараны асып.
Ултырышта билдәләнеүенсә, исемле йылды үткәреү буйынса сараларҙа төрлө министрлыҡ, ведомство, ижади совет, урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт ойошмаларының әүҙем ҡатнашлығы талап ителә.
Ведомство-ара эшмәкәрлек сиктәрендә ғаилә сәйәсәте өлкәһендә хоҡуҡтарҙы ҡулланыу тәжрибәһенә күҙәтеү үткәреү планлаштырыла. Ойоштороу комитеты ағзалары социаль сәйәсәт өлкәһендә ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса бер нисә тәҡдим индерергә ниәтләй. Атап әйткәндә, улар күп балалы, инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә ярҙам итеүгә ҡағыла.
БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова законлы никахта тороусы, балаларын йәмғиәттең лайыҡлы кешеләре итеп тәрбиәләгән, ғаилә ныҡлығы менән тирә-яҡҡа билдәле булған ғаиләләргә йәмәғәт наградаһын булдырыу тәҡдиме менән сығыш яһаны.
— Ул Светлана Медведева етәкләгән йәмәғәт ойошмаһы тарафынан булдырылған «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» наградаһына оҡшаш булырға тейеш, - тине Ленара Иванова.
Теманы дауам итеп, БР Мәғариф министры Әлфис Ғаязов республикала мәғарифты үҫтереү программаларының дауам ителәсәген билдәләне. Улар – һәләтле йәштәргә ярҙам итеү, етем балаларҙы урынлаштырыу, ҡала ситендәге ял лагерҙарының матди-техник базаһын нығытыу, кире социаль күренештәрҙе иҫкәртеү буйынса программалар.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡорлтай рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова ғаиләләр тарҡалыу мәсьәләһенә иғтибарын йүнәлтте.
— Йыл һайын беҙҙә 30 мең никах теркәлә, шул уҡ ваҡытта айырылышыу осраҡтары 16 мең тәшкил итә. Етем балаларҙың 80 проценты – социаль етемдәр, - тине Лилиә Ғүмәрова. – Беҙҙең йәштәр ғаилә тормошона бөтөнләй әҙер түгел.
Ул ғаилә тормошона әҙерлек буйынса курстарҙы тергеҙергә тәҡдим итте.
Шулай уҡ ултырышта Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылының иң яҡшы эмблемаһына конкурс иғлан ителде.
Автор:Эльмира Сабирова
Читайте нас: