07:57 (UTC+5), 10 Февраля 2012

Андрей Иванюта Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры итеп тәғәйенләнде

Дмитрий Слезин
Башҡортостан Президенты Указы менән Андрей Иванюта Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта республика башлығының рәсми сайты хәбәр итә.
Андрей Иванович Иванюта 1966 йылдың 2 авгусында Өфөлә тыуған. РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлай.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1983 йылда Өфө приборҙар эшләү заводында башлай.
1984 – 1987 йылдарҙа – Хәрби диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. 1988 – 1991 йылдарҙа - Өфө приборҙар эшләү заводында эшләй.
1991 – 1992 йылдарҙа - Өфөнөң «Вейдер» спорт клубы директоры.
1992 – 2008 йылдарҙа – БР эске эштәр органдарында хеҙмәт итә, милиция подполковнигы.
2008 – 2010 йылдарҙа - «Башҡортостан Республикаһының спорт саралары идаралығы» республика йәмәғәт ойошмаһының туризм бүлеге начальнигы.
2010 – 2011 йылдарҙа - Өфөнөң «Орион» балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайы муниципаль мәғариф учреждениеһының педагог-ойоштороусыһы.
2011 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем – Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу һәм йәмәғәт институттары менән эш итеү бүлегенең баш консультанты.
Андрей Иванюта «Ҡаһарманлыҡ өсөн», «Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа күрһәткән хеҙмәте өсөн» миҙалдары, РФ Эске эштәр министрлығының наградалары менән бүләкләнгән.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика