Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Февраль 2012, 15:05
Өфөлә Башҡорт дәүләт педагогия университеты көндәре үтә
Өфөнөң Киров районында М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты көндәре үтә. Сара сиктәрендә университет вәкилдәре уҡытыусылар, уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре менән осраша. Социаль әһәмиәтле квалификациялы методик һәм дидактик эште педагогия университеты уҡытыусылары – фән кандидаттары һәм докторҙары алып бара.
Вуздың матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, был – социаль акция, сөнки уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн дәрестәр, берҙәм дәүләт имтиханына һәм дәүләт (йомғаҡлау) аттестацияһына әҙерлек, юғары уҡыу йортона уҡырға инеү мәсьәләләре буйынса квалификациялы консультациялар бушлай үткәрелә.
Автор:
Эльмира Сабирова
Теги:
мәғариф
вуздар
Читайте нас