Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.17
+0.04
90.4
-0.27
66.47
+1.13
21+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Февраль 2012, 15:57

Өфөлә 2012 йылдың тәүге көнөндә тыуған сабыйҙарҙы ҡотлау тантанаһы үтте

Өфө хакимиәтендә 2012 йылдың тәүге көнөндә тыуған сабыйҙарҙы ҡотлау тантанаһы үтте. Был сара 13-сө тапҡыр ойошторола. Быйыл 19 ғаиләлә 20 бала – 7 малай менән 13 ҡыҙ тыуған. Ҡала мэры Ирек Ялалов Яңы йылда тыуған сабыйҙарҙың ата-әсәләренә бала тыуыуы тураһында иҫтәлекле таныҡлыҡ, аҡсалата ярҙам һәм бүләктәр тапшырҙы.
— Мин 2012 йылды өйҙә ҡаршыларға теләгәйнем, — ти йәш әсә Снежана Яшкина. – Яҙмыш ҡушыуылыр — иртәнге биштә ирем менән 8-се бала табыу йортона китеп бара инек инде. Бер нисә сәғәттән ҡыҙыбыҙ Сабрина тыуҙы. Үҫкәс, уны фигуралы шыуыу секцияһына йәки теннисҡа бирергә хыялланабыҙ.
Ғаиләләрҙең күбеһендә Яңы йыл төнөндә тыуған сабый – ата-әсәләрҙең беренсе балаһы. Ә Щеклеиндарҙың был өсөнсө балалары: Оксана менән Леонидтың Виктория һәм Валерия исемле игеҙәк ҡыҙҙары тыуған.
— Балаларығыҙҙың Башҡортостан Республикаһы Президенты менән Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәре йылы тип иғлан ителгән йылдың беренсе көнөндә тыуыуы айырыуса иғтибарға лайыҡ, — тине ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов. — Һуңғы арала бик күп медицина учреждениеларының «балаға мәрхәмәтле дауахана» статусын алыуы ҡыуандыра.
— Мәктәпкәсә белем биреүгә лә етди иғтибар бирелә. Былтыр ун балалар баҡсаһы ремонтланды, быйыл тағы ун берҙе асырға планлаштырабыҙ. Бер аҙҙан балалар баҡсаһына сираттар мәсьәләһе лә хәл ителер, тип уйлайым. Йәш ғаиләләр өсөн һәр кем ала алырлыҡ торлаҡ мәсьәләһе лә мөһим, — тип билдәләне мэр. – Ошоға бәйле йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү программаһына үҙгәрештәр индерергә ниәтләйбеҙ. Ҡала бюджетынан өҫтәмә финанслау күҙаллана.
Автор:Розалия Вәлиева
Читайте нас: