05:37 (UTC+5), 07 Февраль 2012

Февралдең беренсе аҙнаһы грипһыҙ үтте

Ғәлиә Нәбиева
Эпидемиологтар Башҡортостанда әүәлгесә грипп осраҡтарын теркәмәгән. Шул уҡ ваҡытта киҫкен вируслы респиратор инфекция диагнозы ҡуйылған пациенттар һаны арта бара. Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 30 ғинуарҙан 5 февралгә тиклем 17915 кеше киҫкен вируслы инфекция менән ауырый башлаған, шуларҙың 69,3 проценты - балалар. Бер аҙнала ауырыусыларҙың иҫәбе 13,1 процентҡа артҡан, әммә ул күп йыллыҡ уртаса күрһәткескә ҡарағанда 32,6 процентҡа түбәнерәк.
Өфөлә бер аҙнала 4 839 кеше вируслы инфекция йоҡторған. Унан алдағы аҙна менән сағыштырғанда баш ҡала халҡы араһында ауырыусылар иҫәбе 21 процентҡа артҡан. Был эпидемик сиктән 33,4 процентҡа түбән.
Лаборатор мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда гриппҡа ҡарамаған вирустар таралған. Гриптың миҙгелле вирустары әлегә табылмаған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика