05:59 (UTC+5), 06 Февраля 2012

Наркоман балаларҙы синтезаторҙа уйнарға өйрәтәсәктәр

Эльмира Сабирова
Ҡырмыҫҡалы районы Һәүәләй ауылында Республика наркотиктар ҡулланыусы бәлиғ булмаған балаларҙы реабилитациялау һәм коррекциялау психологик-педагогик үҙәге асылды.
Үҙәк эшмәкәрлеге үҫмерҙәрҙең физик һәм психик һаулығын тергеҙеүгә, улар араһында хоҡуҡ боҙоуҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.
Дауалау учреждениеһынан хәбәр итеүҙәренсә, үҙәккә үҙҙәре теләп мөрәжәғәт иткән 10-16 йәштәрҙәге үҫмерҙәр ҡабул ителә. Бөгөнгө кәнгә бында һигеҙ бала реабилитация үтә. Үҙәк иһә 25 кешегә иҫәпләнгән. Белгестәр билдәләүенсә, дауалау курсы 45 көн дауам итә, һәр осраҡ айырым ҡарала. Яңы үҙәк юғары кимәлдә йыһазландырылған – палаталар, психологик ярҙам бүләмһе, уҡытыу кластары, тренажер залы. Балалар шулай уҡ саңғыла, конькиҙа шыуа ала, өҫтәл теннисы буйынса көс һынаша ала. Педагогтар үҫмерҙәр менән музыка буйынса ла шөғөлләнә - синтезаторҙа уйнарға өйрәтә.
Үҫмерҙәр менән юғары квалификациялы белгестәр, шул иҫәптән Мәскәүҙән психологтар эшләй.
Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (34765) 2-76-07, 2-76-078.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика