Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.47
0
92.28
0
66.75
-0.05
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Февраль 2012, 18:34

Февраль һәм март айҙарында – дүрт ял көнө

Башҡортостанда 2012 йылда 23 февраль, 8, 9 һәм 10 март ял көндәре булып тора, тип хәбәр иттеләр республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан. Хеҙмәт кодексына ярашлы, 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө, 8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө - байрам көндәре булып тора.
«Ял һәм байрам көндәрен һөҙөмтәле файҙаланыу маҡсатында ял көнө 11 марттан 9 мартҡа күсерелде», тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
22 февралдә һәм 7 мартта эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла. Йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпускы бирелгәндә байрам көндәре — 23 февлаь һәм 8 март отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: