04:29 (UTC+5), 06 Февраля 2012

Эҙәрмәндәр 1941 йылда һәләк булған Дәүләкән һалдаты Петр Ивановтың туғандарын эҙләй

Ольга Мортазина
Башҡортостандың Эҙәрмәндәр отрядтары фонды совет һалдатының һөйәктәре менән бергә табылған медальондың экспертизаһы һөҙөмтәләрен алды. Эҙләү эштәрен үҙҙәрендә, Тверь өлкәһенең Пенно ҡасабаһы янындағы һаҙлыҡта, «Истина» отряды алып барған.
Эксперттар асыҡлауынса, медальондағы документ Башҡорт АССР-ы кешеһе, ефрейтор Петр Захарович Иванов исеменә тултырылған булған. Хәтер китабы мәғлүмәттәренә ярашлы, ул 1919 йылда Дәүләкәндә тыуған һәм Луначарская, 8 адресы буйынса йәшәгән. Әсәһе — Иванова Татьяна Васильева. 133-сө уҡсылар дивизияһында хеҙмәт иткән. 1941 йылдың 17 сентябрендә һәләк булған.
— Иванов Петр Захаровичтың һәм уның яуҙаштарының һөйәктәрен 2012 йылдың йәйендә ерләү планлаштырыла. Икенсе донъя һуғышында һәләк булған һалдаттың туғандарын эҙләүҙә ярҙам итеүегеҙҙе һорайбыҙ, — тип мөрәжәғәт итте агентлыҡ уҡыусыларына БР Эҙәрмәндәр отрядтары фонды рәйесе Илдар Бикбаев. Петр Иванов тураһында хәбәрҙар булған кешеләр 8 (347) 250-14-96 йәки 8 917 443 89 89 телефонына шылтыратһын.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика