Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.82
0
98.95
0
82.73
-1.15
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Февраль 2012, 10:07

Башҡорт шағирәһе журналистика өлкәһендә ТӨРКСОЙ премияһына лайыҡ булған

ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһы 2012 йылды күренекле әзербайжан драматургы Мирза Фатали Ахундов менән беренсе хакас профессоры, төркиәтсе Николай Катанов йылы тип иғлан итте. Исемле йылды рәсми асыу тантанаһы Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Башҡортостан, Татарстан, Хакасия, Төньяҡ Кипрҙың Төрөк Республикаһы журналистары ҡатнашлығында ТӨРКСОЙ-ҙың Анкаралары штаб-фатирында үтте.
Башҡортостандың ТӨРКСОЙ-ҙағы рәсми вәкиле Әхәт Сәлиховтың хәбәр итеүенсә, ҡунаҡтар араһында Башҡортостандың билдәле шағирәһе, «Ағиҙел» әҙәби журналының яуаплы секретары Гөлназ Ҡотоева ла булған. Ул ТӨРКСОЙ-ҙың журналистика өлкәһендәге премияһы лауреаты исемен алған.
«Ағиҙел» журналы иһә уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса төрки халыҡтарының әҙәби ҡаҙаныштарын киң яҡтыртҡаны өсөн Евразия яҙыусылары ойошмаһы премияһы лауреаты булған.
Рәсәйҙән ТӨРКСОЙ премияһы йәнә хакас журналисы Ольга Карачакова («Абакан» гәзите) менән Ҡазан тележурналисы Дмитрий Пивоваровҡа («Эфир ТВ» компанияһы) бирелгән.
Автор:Сергей Захаров
Читайте нас: