10:11 (UTC+5), 02 Февраля 2012

Олимпиада призерҙары өҫтөнлөктәре менән бер вузда ғына файҙалана аласаҡ

Розалия Вәлиева
Юғары уҡыу йортона уҡырға инеү тураһындағы яңы тәртипкә ярашлы, льготалары булған абитуриенттар өҫтөнлөктәре менән бер вузда ғына файҙалана аласаҡ. Ҡалған уҡыу йорттарында улар дөйөм нигеҙҙә конкурс үтәсәк.
— Эш шунда: сығарылыш уҡыусылары – олимпиада еңеүселәре, бер нисә университетҡа документ тапшырып, шунда уҡ исемлек башына күтәрелә торғайны, — тип хәбәр итте БР Мәғариф министрлығының юғары һөнәри белем биреү бүлеге начальнигы Венера Алғошаева. — Уҡырға инеү һәм реаль конкурсҡа бәйле аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуҙы. Бөтә вуздарға ла документтарҙың төп нөсхәләрен биреүгә уларҙың хоҡуғы булмауы аңлашыла, шул уҡ ваҡытта дөйөм кокурс буйынса уҡырға инеүсе абитуриенттар ситтә ҡала.
Документтарҙы әүәлгесә өс йүнәлеш буйынса биш университетҡа бирергә мөмкин. Билдәләнгән лимитты үтеп булмаясаҡ: быйыл сығарылыш уҡыусылары тураһындағы мәғлүмәт Федераль мәғлүмәт базаһына индереләсәк. Унда берҙәм дәүләт имтихандарының һөҙөмтәләре, шулай уҡ абитуриент документтарын биреп өлгөргән вуздар асыҡ күренәсәк.
Шул уҡ ваҡытта 2012 йылда республика вуздары бюджет нигеҙендә көндөҙгө, ситтән тороп уҡыу бүлектәренә, киске уҡыу формаһына һәм магистратураға 11,5 мең кешене ҡабул итергә планлаштыра.
— Беҙ гуманитар, иҡтисад һәм юридик белгеслектәр буйынса урындарҙың ҡыҫҡара барыуын күҙәтәбеҙ,— ти Венера Алғошаева. — Вуздарҙа маҡсатлы ҡабул итеүгә квоталар иҫәбе кәмейәсәк: быйыл бындай уҡыусылар бюджет нигеҙендә белем алыусылар иҫәбенең 15 процентын тәшкил итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика