11:35 (UTC+5), 02 Февраля 2012

Өфөлә хеҙмәтләндереү өлкәһендәге иң яҡшы предприятиелар бүләкләнәсәк

Эльмира Сабирова
2011 йыл йомғаҡтары буйынса хеҙмәтләндереү өлкәһендәге иң яҡшы предприятиеларға наградалар тапшырыу тантанаһы кесаҙна, 2 февралдә, үтәсәк. Еңеүселәрҙе 68 номинация буйынса Kto1.ru порталының эксперттары билдәләгән.
«Башинформ» агентлығына сайт етәксеһе Артем Клименконың хәбәр итеүенсә, ҙур жюриға 800-ҙән ашыу кеше ингән, уларҙың күбеһе билдәле кешеләр: әүҙем блогерҙар йәки баһа, комментарийҙар яҙған ҡулланыусылар.
- Беҙҙең төп принцип — жюриның халыҡ өсөн асыҡ, компетентлы, хөрмәт яулаған кешеләр булыуы, — ти Артем Клименко. — Эксперттар иҫәбенә уй-фекерҙәренә ышанырға мөмкин булған кешеләр эләгә. Улар һәр ваҡыт реаль шәхестәр, башлыса, үҙҙәренең өлкәһендәге лидерҙар, төрлө статустағы, төрлө йәштәге, төрлө эш хаҡы алған, төрлө ҡарашлы төрлө һөнәр кешеләре.
Тауыш биреү йыл дауамында барҙы. Жюри номинанттарҙы «биш йондоҙ» системаһы буйынса баһаланы. Һәр эксперт үҙенең баһаһын теләгән ваҡытта үҙгәртә ала ине, шуға күрә конкурсанттар, беренсе булып ҡалыр өсөн, йыл буйы үҙенең статусына торошло булырға тейеш.
Иң яҡшылар исемлеге www.kto1.ru сайтында бирелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика