10:57 (UTC+5), 02 Февраля 2012

Башҡортостанда йәштәр проекттары буйынса конкурста еңеүселәр гранттар аласаҡ

Башҡортостандың йәштәр һәм балалар йәмәғәт ойошмалары араһында проекттар һәм программалар конкурсында еңеүселәр был аҙнала билдәләнәсәк. Көн элгәре республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында проекттарҙың презентацияһы үтте. Рәсәйҙең йәш ғалимдары союзы, «Йәш Гвардия», «Башҡортостан пионерҙары», «Башҡортостандың мәҙәни мираҫы» йәштәр йәмәғәт ойошмаһы, «Бергә» («Вместе») ирекле хәрәкәте, Республика йәштәренең ижади башланғыстарын тормошҡа ашырыу үҙәге, республика студенттарының «Айсек-Өфө» йәмәғәт ойошмаһы, Башҡортостан студенттарының хеҙмәт отрядтары штабы һәм башҡа ойошмалар үҙ эштәрен яҡланы, тип асыҡланылар ведомствонан.
Һәр ойошманың үҙ йүнәлеше бар. Мәҫәлән, йәш тикшеренеүселәр төбәк йәштәренең инновацион башланғыстарын үҫтереү системаһы менән таныштырҙы, Башҡортостан пионерҙары төбәктә йәмәғәт ойоштороусылары мәктәбен асырға тәҡдим итте. Кадрҙар клубы – «Өҫтөнлөктәр рәтендә - ял һәм белем» проекты, «Айсек-Өфө» йәмәғәт ойошмаһы - «Йәштәрҙең финанс белеме» программаһы, «Бергә» («Вместе») ирекле хәрәкәте – йәштәр һәм үҫмерҙәр мөхитендә сәләмәт тормошто пропагандалау буйынса «Әйҙә беҙҙең менән» эше, йәш гвардиясылар «БР йәштәренең хоҡуҡи мәҙәниәтен арттырыу», «Башҡортостан ғорурлығы», «Йәштәр лидерҙары – ил киләсәге» һәм « TRENDI йәштәр премияһы» проекттары менән сығыш яһаны.
Еңеүселәр киләһе номинациялар буйынса билдәләнәсәк: «Граждандар мәҙәниәте һәм йәштәрҙең үҙ-үҙҙәрен ойоштора белеү һәләте», «Йәштәрҙең иҡтисади үҙаллылығы һәм конкуренцияға һәләтлеге», «Йәштәр сәләмәтлеге», «Йәштәр ғаиләһе», «Балалар, йәштәр хәрәкәте – дәүләттең стратегик партнеры». Иң яҡшы ҡатнашыусылар республика бюджетынан 1,5 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы аласаҡ. Һәр номинацияла еңеүселәрҙе I, II һәм III дәрәжә гранттар көтә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика