Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
22+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Февраль 2012, 15:58

«Ҡар бөртөгө-2012» туристик-спорт фестивале 5 февралдә үтәсәк

«Ҡар бөртөгө-2012» туристик-спорт фестивален ойошторусылар хәбәр итеүенсә, әлеге сара йәкшәмбе, 5 февралдә, тимер юлының 1753 километр туҡталышы эргәһендә элекке Голодный хуторы яланында үтәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сарала теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Башҡортостанда ситтән килеү туризмын үҫтереү, әүҙем тормошто пропагандалау, «Ҡар бөртөгө» ҡала яны поезында халыҡтың ҡышҡы сәйәхәткә сығыу йолаһын тергеҙеү фестивалдең төп маҡсаттары булып тора. Уны ойоштороусылар булып Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты, республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы сығыш яһай.
Байрам программаһына сараны асыу тантанаһы, күңелле конкурстар, саңғыла йөрөү һәм ярышыу, шулай уҡ башҡа төрлө уйындар инә.
Өфө тимер юлы станцияһынан «Ҡар бөртөгө» электричкаһы иртәнге сәғәт 8-ҙә ҡуҙғалып, 18.56 сәғәттә кире әйләнеп ҡайтасаҡ. Юлда булыу ваҡыты – 2,5 сәғәт.
Автор:Любовь Колоколова
Читайте нас: