Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.84
0
93.01
0
68.28
-0.36
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Февраль 2012, 13:49

Вице-премьер Сергей Афонин интернет менән ҡулланыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе

1 февралдә «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында (www.i-gazeta.com) Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афониндың онлайн-конференцияһы үтте.
11-ҙән 12 сәғәткә тиклем сайттың «Һорау бир!» бүлегендә тейешле форма тултырып, «Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыһы уға мөрәжәғәт итә алды. Бер сәғәт дауамында вице-премьер 40-тан ашыу һорауға яуап бирҙе.
Интернет менән ҡулланыусылар өсөн i-gazeta.com сайтынан видеотрансляция «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ярҙамында ойошторолдо.
Сергей Афониндың виртуаль киңлектәге әңгәмәһе «Ижтимағи электрон гәзит» һәм «Башинформ» агентлығы материалдарында сағылыш табасаҡ.
Тейешле техник эштәр башҡарылғандан һуң, «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференция буйынса тулы видеоотчет урынлаштырыласаҡ.
Автор:Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин
Читайте нас: