09:34 (UTC+5), 01 Февраля 2012

РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы ауыл табиптарына 11 млрд һум аҡса бүләсәк

Әлфиә Әһлиуллина
РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы ауыл ерендә эшләргә теләк белдергән табиптарға 11 млрд һум бүлергә әҙер. Был турала ошо көндәрҙә Санкт-Петербургта үткән студент-медиктар форумында министр Татьяна Голикова әйтеп ишеттерҙе, тип хәбәр итә «Медицинский вестник» порталы.
«Земство табибы» дәүләт программаһы 1 ғинуарҙа старт алды, уға ярашлы, ауыл ерендә эшләргә теләк белдергән 35 йәшкә тиклемге һәр табип дәүләттән бер миллион һум аҡса аласаҡ.
Программа шарттары буйынса белгес ауылда кәм тигәндә биш йыл эшләргә тейеш буласаҡ.
Әйткәндәй, йыл башынан алып республикала 400-гә яҡын йәш табип «Земство табибы» программаһында ҡатнашырға ғариза биргән. Башҡортостанда 2012–2013 йылдарҙа был проектта йәмғеһе 533 белгес ҡатнаша аласаҡ. Улар федераль бюджеттан миллион һум компенсация түләүҙәре һәм республика ҡаҙнаһынан 100 мең һум күләмендә «күтәрелеп китеүгә» ярҙам аласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика