06:52 (UTC+5), 31 Января 2012

Төбәктең элемтә һәм киң коммуникациялар министры «Башинформ» эшмәкәрлеген юғары баһалай

Әлфиә Шәрәфетдинова
Башҡортостандың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының эшмәкәрлегенә юғары баһа бирә.
— Был республиканың төп интернет-ресурсы, - тип белдерҙе ул «Республика Башкортостан» гәзитенә биргән интервьюһында, үткән йылға өлкәнең эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап. – Көн һайын «Башинформ» сайтына 10-12 мең тапҡыр инәләр. Агентлыҡтың төп продукцияһы – яңылыҡтар таҫмаһы. Мәғлүмәтте республиканың барлыҡ киң мәғлүмәт саралары, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларының мәғлүмәт агентлыҡтары ала – йәмғеһе 200 партнер. Агентлыҡ менән башҡа киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлеге, әлбиттә, айырыла. Агентлыҡ өсөн – яңылыҡтың үҙе, башҡалар өсөн уның интерпретацияһы мөһим. Беҙҙең өсөн «Башинформ» эшмәкәрлеген замана талаптарына ярашлы көйләү мөһим ине, һәм агентлыҡ продукцияһы менән ҡулланыусылар һанының артыуына ҡарағанда, беҙ маҡсатыбыҙға ирештек.
Министр һүҙҙәренсә, бөгөн рәсәйлеләрҙең өстән бер өлөшө даими рәүештә интернет менән ҡуллана, улар яңылыҡтар менән интернет аша танышыуға өҫтөнлөк бирә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика